Сахаевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального автономного
учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
САХАЙ КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с.Сахаево ул.Шоссейная 3
e-mail: sahaevsky.smfk@yandex.ru

Йәшәргә лә әле, йәшәргә!

Беҙҙең Сахай ауылында йәшәгән Раҡаев Фәиз Ғиззәт улын белмәгән кеше юҡтыр. Ул Сахай урта мәктәбендә уҡыусыларға рәсем һәм йыр дәрестәренән белем бирҙе.

Беҙҙең Сахай ауылында йәшәгән Раҡаев Фәиз Ғиззәт улын белмәгән кеше юҡтыр. Ул Сахай урта мәктәбендә уҡыусыларға рәсем һәм йыр дәрестәренән белем бирҙе.

Фәиз Ғиззәт улының уҡыусылары район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, гел алдынғы урындарға ирешә торғайнылар. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған белгес шулай уҡ мәктәп уҡытыусылары коллективында сәхнәгә һөйөү уятты.

Һыуҙар аҡҡан шикелле, ғүмер ҙә үҙ ағышы менән үтте. Хаҡлы ялға сығыу ваҡыты еткәс, Фәиз ағайға ла яратҡан коллективын ҡалдырырға тура килде.

Хаҡлы ялға туҡтаһа ла, хеҙмәт яратҡан кеше булараҡ, ул ҡул ҡаушырып ултырырға теләмәне: матур итеп мал аҙбары төҙөп ҡуйып, унда һыйыр, һарыҡ кеүек малдарҙан тыш, бесән, һалам һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташыр өсөн ат алып ебәрҙе. Сахай урта мәктәбендә немец теле уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан тормош иптәше Венера Ғәлимйән ҡыҙы менән тағы ла дәртлерәк донъя көтә башланылар. Атай менән әсәй янында буй еткергән улдары Салауат та, ҡыҙҙары Эльвира ла уларға дәрт өҫтәп торҙо. Оло кешеләр ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә һөйөндөләр.

Эйе, ғүмер бер урында ғына тормай, борғоланып аҡҡан йылға һәм һикәлтәле, соҡорло юлдар шикелле алға бара. Фәиз ағайҙарҙың да тормошо шыма ғына бармай: ун йыл элек улар һөйөклө улдары Салауатты һуңғы юлға оҙаттылар. Шөкөр, бөгөнгө көндө Салауаттың улы Булат ауыл хужалығы университетын тамамлап, үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Ҡыҙҙары Эльвира ла тормош иптәше менән бергә ике ҡыҙҙарына юғары белем бирәләр.

Шатланып-көлөп, яҡты ҡояшҡа һөйөнөп йәшәр урынға Фәиз ағайҙың ике күҙе лә күрмәҫ була. Ул ғына ла етмәй, ике йыл элек тормош иптәше Венера апай донъя ҡуйҙы. Фәиз ағай әле бер үҙе донъя көтә.

Шуны ла әйтеп үткем килә: мин Сахай ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, һәр ваҡыт уға барып йөрөнөм. Яңы йыл бүләге һәм мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау көндө йәиһә 1 сентябрь көнө Фәиз ағайға уҡытыусылар биреп ебәргән гөлләмәләрҙе алып барып тапшырам. Шулай, уҙған йылды ла Һуңғы ҡыңғырау байрамынан һуң барғас, ул:

  • Бер теләгем бар: Камалов Барый ағайҙарҙың эргәһендәге тау башына баҫып, Яҡтыкүлгә ҡарап, баянда уйнарға ине. Тик ҡартлыҡ баҫҡандан-баҫа, булдырып булырмы икән? – тигән теләген белдерҙе.

Ул йылды нисектер ваҡыт еткереп булманы. Ә быйыл, Сахай урта мәктәбе директоры Наил Зәйнуллин менән һөйләштек тә, күл башында байрам уҙғарырға булдыҡ. Сараны мәктәптең өлкән пионер вожатыйы Резида Әҙиәтуллина һәм мәҙәниәт йорто мөдире Зәлифә Саҙиҡова ойошторҙолар.

Яҡтыкүл эргәһендәге тау башына иртәнге сәғәт унда ауыл халҡы йыйылды. Фәиз ағайҙы күршеләре Айрат Ҡәйүмов һәм Зифа Әминева етәкләп алып килгәндә, сараға йыйылған ауылдаштар Фәиз Ғиззәт улын алҡыштар менән ҡаршы алдылар.

Осрашыуҙы алып барыусы, Сахай урта мәктәбенең хаҡлы ялдағы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Хәмитова сараны асып:

  • Бөгөнгө матур көндө беҙ үҙебеҙҙең уҡытыусыбыҙ, коллегабыҙ, күршебеҙ менән осрашыуға йыйылдыҡ. Фәиз Ғиззәт улы 1940 йылда Пермь өлкәһендә тыуып үҫкән. Аталары һуғышҡа алынғас, әсәләре дүрт ир баланы бер үҙе ҡарап үҫтерә. Фәиз ағай уңған, тырыш егет булып үҫә. Мәктәптә төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, спектаклдәрҙә уйнай, йырлай. Йыр-моңға ғашиҡ егет Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Яҙмыш елдәре уны ауылдашыбыҙ Венера Ғәлимйән ҡыҙы менән осраштырғас, улар бергәләшеп Сахай урта мәктәбендә эш башлайҙар. Фәиз ағай балалар ҙа уҡыта, мәктәп коллективы менән спектаклдәр әҙерләп, райондың башҡа ауылдарында сығыш яһарға ла өлгөрә, – тине.

Ижадташ дуҫтары Урал Байназаров менән Айрат Ҡәйүмов баянда уйнағанда, Фәиз ағай ауылды яңғыратып моңло йырҙарын һуҙҙы. Ҡырҡ йылдан ашыу ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда уҙған сараларҙа ҡатнашыусы, Фәиз ағайҙың уҡыусыһы Йәзилә Хисамова ла тамашысыға йыр бүләк итте. Клара Хисамова Фәиз ағай менән бергә эшләгән саҡтарҙағы хәтирәләре менән бүлешһә, тарих уҡытыусыһы Радик Сәғитов уҡытыусыһы хаҡында һөйләне.

Кисә һуңында Фәиз ағайға һүҙ бирелде. Ул иң тәүҙә үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен күршеләре Зифа һәм Рәвиә Әминеваларға, Хәлиҙә Сәлимйәноваға, Әлфиә һәм Айрат Ҡәйүмовтарға еткерҙе.

  • Бына мин алты йыл күреү һәләтенән мәхрүммен. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин кешеләрҙең миңә булған яҡты ҡараштарын, йылмайыулы шат йөҙҙәрен күрәм. Бөгөнгө көндө минең бер туған ағайымдар ҙа юҡ. Бер үҙем йәшәһәм дә, яҙмышым шулай булғанға үкенмәйем. Мин дуҫтарым, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, яҡты күңелле ауылдаштарым менән бәхетлемен. Шулай ҙа, бергә эшләгән уҡытыусылар һағындыра, үткәндәр иҫкә төшә, күптәрҙең ер йөҙөндә юҡлығы күңелде ҡыра. Бөгөнгө осрашыуҙы ойошторған барлыҡ иптәштәремә ҙур рәхмәтлемен, – тип һөйләне Фәиз ағай һәм “Йәшәргә лә әле йәшәргә” тигән йырҙы һуҙып ебәрҙе.